2. Фессалоникийцам
1 2 3

1

Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат.

2

Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

3

Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.

4

Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.

5

Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде.

6

Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә яза бирер,

7

ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.

8

ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.

9

Улар, Раббы янынан һәм Уның бөйөк ҡөҙрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.

10

Раббы Үҙенең изгеләренән дан алыу, Үҙенә инанғандарҙың барыһынан да маҡтау ҡабул итеү өсөн килгән көндә һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ.

11

Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.

12

Шулай итеп, Раббы Ғайса һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.