2. Коринфянам
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13

1

Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.

2

Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.

3

Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан!

4

Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ.

5

Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.

6

Ҡайғырабыҙ икән, был һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеүе һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуаныуыбыҙ ҙа һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеү хаҡына. Ә күңелегеҙ күтәрелеүе беҙ кисергән шул уҡ ғазаптарға һеҙгә лә түҙергә көс бирә.

7

Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.

8

Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.

9

Үҙебеҙгә үҙебеҙ түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таяныу өсөн беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.

10

Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,

11

тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.

12

Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.

13

Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, беҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә һеҙ ҙә беҙҙең ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.

14

Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, беҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә һеҙ ҙә беҙҙең ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.

15

Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем.

16

Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.

17

Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә файҙа алыу маҡсаты менән бер үк ваҡытта «эйе» һәм «юҡ» тип әйтәмме?

18

Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ иһә «юҡ» тип әйтмәйбеҙ.

19

Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.

20

Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.

21

Алла, Мәсих менән берләштереп, һеҙҙе һәм беҙҙе Үҙе нығыта. Ул беҙгә зәйтүн майы һөртөп,

22

Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.

23

Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.

24

Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.