2. Тимофею
1 2 3 4

1

Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсих менән берҙәм тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Павелдан

2

ҡәҙерле улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.

3

Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф намыҫ менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.

4

Хушлашҡан саҡтағы күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең дә күңелем шатлыҡ менән тулыр ине.

5

Лоида өләсәйеңдә һәм Евника әсәйеңдә булған һәм уларҙан һиңә күскән шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә, был имандың һиндә йәшәүенә ышанам.

6

Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.

7

Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.

8

Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.

9

Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.

10

Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте.

11

Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым.

12

Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.

13

Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.

14

Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.

15

Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фигелл менән Ермоген да улар араһында.

16

Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.

17

Улай ғына ла түгел, Римға килгәс, ҙур тырышлыҡ һалып мине эҙләп тапты.

18

Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.