3. Иоанна
1

1

Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.

2

Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам.

3

Имандаштарҙың килеп һинең хәҡиҡәткә тоғролоғоң хаҡында шаһитлыҡ биреүҙәренә мин бик шатландым. Һинең хәҡиҡәттә йөрөүең хаҡ бит.

4

Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.

5

Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында, хатта үҙең өсөн сит булғандар хаҡында ла ҡайғыртыуың һинең тоғро икәнеңде һөйләй.

6

Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе.

7

Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр.

8

Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.

9

Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотреф беҙҙе тыңларға теләмәй.

10

Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, хатта имандаштарҙы ҡабул итмәй, ҡабул итергә теләүселәргә иһә ҡамасаулай һәм берҙәмлектән ҡыуып ебәрә.

11

Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.

12

Димитрий хаҡында бөтөнөһө лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың хәҡиҡи булыуын беләһең.

13

Минең һиңә әйтергә теләгән һүҙҙәрем күп, әммә уларҙы ҡара һәм ҡәләм менән яҙырға теләмәйем.

14

Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.

15

Именлек һиңә! Һине дуҫтар сәләмләй. Дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә айырым сәләм әйт.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.