Деяния

1

Мин һиңә, Феофил, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.

2

3

Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.

4

Шулай бер ваҡыт, илселәре менән бергә ашап ултырғанда, Ғайса уларға шундай бойороҡ бирҙе: – Иерусалимдан китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем.

5

Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.

6

Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан: – Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме? – тип һоранылар.

7

Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –

8

Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.

9

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.

10

Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды.

11

Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.

12

Шунан аҙаҡ илселәр Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Иерусалимға ҡайтты. Зәйтүн тауы Иерусалимдан бер саҡрым самаһы юлда ине.

13

Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.

14

Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.

15

Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты.

16

Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине.

17

Йәһүҙә беҙҙең арабыҙҙа һаналды, ул шул хеҙмәттә ҡатнашыу өсөн һайланғайны.

18

Харам аҡсаға ер һатып алды, әммә шул ерҙә йығылып, уның эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты.

19

Был барлыҡ Иерусалим халҡына билдәле булды, шунлыҡтан ул ер уларҙың телендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер» тип атала башланы.

20

– Зәбур китабында иһә: «Уның өйө буш торһон, эсендә йәшәүсе булмаһын», һәм: «Уның хеҙмәтен башҡа берәү үҙенә алһын», – тип яҙылған.

21

Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгәндәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петр.

22

23

Ике кешене: Варсава тип аталған Йософто (уны Иуст тип тә атайҙар) һәм Матфийҙы тәҡдим иттеләр.

24

– Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.

25

26

Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфийға төштө һәм ул, бүтән ун бер кеүек, илселәр иҫәбенә индерелде.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.