Иакова
1 2 3 4 5

1

Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!

2

Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,

3

сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ.

4

Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.

5

Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.

6

Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

7

Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.

8

Икеләнеүсән кеше үҙенең бөтә эштәрендә лә тотороҡһоҙ.

9

Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын.

10

Бай иһә үҙенең түбән төшөрөлөүе менән генә ғорурлана ала, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юғаласаҡ.

11

Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.

12

Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.

13

Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән», – тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай.

14

Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра.

15

Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә.

16

Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.

17

Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк.

18

Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.

19

Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,

20

сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй.

21

Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.

22

Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә.

23

Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш:

24

үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота.

25

Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.

26

Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ.

27

Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.