Иуды
1

1

Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға:

2

Алланың шәфҡәте, именлеге һәм мөхәббәте һеҙгә мул бирелһен!

3

Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.

4

Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.

5

Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.

6

Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.

7

Ошо фәрештәләр кеүек үк фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Гоморра һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.

8

Шуның һымаҡ был кешеләр, хыялға бирелеп, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға.

9

Хатта баш фәрештә Михаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе хаҡында бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Алла шелтәләһен», – тип кенә ҡуя.

10

Былар иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.

11

Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.

12

Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.

13

Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.

14

Енох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында ла пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.

15

Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».

16

Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.

17

Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.

18

Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы мыҫҡыллаусылар барлыҡҡа киләсәк», – тине.

19

Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм тәбиғи нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.

20

Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.

21

Үҙенең мәрхәмәте менән һеҙгә мәңгелек тормош бирәсәк Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөп, Алла һөйөүендә ҡалығыҙ.

22

Икеләнгәндәргә мәрхәмәтле булығыҙ.

23

Икенселәрен, уттан тартып алғандай, ҡотҡарығыҙ. Башҡаларына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Хатта уларҙың шаҡшы эштәре менән бысранған кейемдәренән дә ерәнегеҙ.

24

Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алыусы һәм Үҙенең даны алдына пак килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алыусы

25

Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.