К Евреям
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13

1

Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте.

2

Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.

3

Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.

4

Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

5

Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уның Атаһы буласаҡмын, ә Ул Минең Улым булыр», – тигәнме?

6

Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

7

Фәрештәләр тураһында Ул: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», – ти.

8

Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.

9

– Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.

10

Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.

11

Ер ҙә, күк тә юҡҡа сығыр, ә Һин иһә мәңге ҡалырһың. Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,

12

уларҙы һин өҫ кейемеләй төрөп алырһың, улар кейем кеүек алмаштырылыр. Һин иһә гел бер төрлө ҡалырһың, ғүмер йылдарыңдың аҙағы булмаҫ», – ти.

13

Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?

14

Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.