К Филимону
1

1

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.

2

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.

3

Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.

4

Доғаларымда һине, Филимон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым,

5

сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.

6

Бөтөнөбөҙ өсөн дә уртаҡ иманың беҙ Мәсих аша өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.

7

Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.

8

Шуға күрә Мәсихкә һылтанып, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да,

9

башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.

10

Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онисим.

11

Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.

12

Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.

13

Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.

14

Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.

15

Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр,

16

һәм ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.

17

Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит.

18

Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә.

19

Мин, Павел, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.

20

Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә һинең файҙаңды күрергә теләйем. Мәсих аша имандашым булараҡ, йөрәгемде сафландыр.

21

Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.

22

Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн дә бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.

23

Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Епафрас

24

һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.

25

Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.