К Галатам
1 2 3 4 5 6

1

Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Павелдан,

2

минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм.

3

Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.

4

Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.

5

Аллаға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.

6

Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә.

7

Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар.

8

Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн.

9

Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын!

10

Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.

11

Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ,

12

мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.

13

Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым.

14

Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым.

15

Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә

16

Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә

17

һәм Иерусалимға, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым.

18

Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.

19

Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем.

20

Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел.

21

Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем.

22

Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине танып белмәйҙәр ине.

23

Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр.

24

Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.