От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16

1

Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.

2

Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.

3

Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».

4

Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.

5

Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.

6

Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.

7

Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен.

8

Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.

9

Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды.

10

Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.

11

Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

12

Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте.

13

Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.

14

Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.

15

– Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.

16

Галилея күле буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.

17

– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

18

Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.

19

Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине.

20

Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.

21

Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы.

22

Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.

23

Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға шаҡшы рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:

24

– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.

25

Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!

26

Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте.

27

Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!

28

Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.

29

Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте.

30

Симондың ҡәйнәһе тотош тәне ҡыҙып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр.

31

Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы.

32

Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр.

33

Бөтөн ҡала халҡы Уның ишек алдына йыйылды.

34

Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.

35

Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды.

36

Симон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты.

37

Килеп тапҡандан һуң: – Бөтөн кеше Һине эҙләй, – тинеләр.

38

– Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Мин шуның өсөн килдем дә инде, – тине Ғайса.

39

Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.

40

Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла: – Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.

41

Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.

42

Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды.

43

Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып: – Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

44

Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып: – Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

45

Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.

© 2018 Дом Молитвы. Христианская Интернет Миссия.